Яңылыҡтар
19 Сентября , 08:20

Һайлауҙар бик әүҙем бара.

3247-се Сиҙәм  һайлау участкаһында иртәндән кеше өҙөлмәй. Бөгөн бында айырыуса йәнле: халыҡ һайлауға тотош ғаиләләр менән килә, ысын байрам мөхитен тыуҙыра.

Һайлауҙар бик әүҙем бара.Һайлауҙар бик әүҙем бара.
Һайлауҙар бик әүҙем бара.

Сиҙәм һайлау участка комиссияһы рәйесе Тәнзилә Мостафина әйтеүенсә, һайлау участкаһында бөтәһе 572 һайлаусы теркәлгән, шул иҫәптән 18 йәшлек беренсегә һайлаусылар  8 кеше. Һайлауҙың тәүге көнөндә иң беренсе булып ауыл мәсетенең имам-хатибы Юлдыбай Аслаев тауыш биргән. Һайлауҙар бик әүҙем, ойошҡан рәүештә бара. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас