

Ул Дәүләкән районында тыуып үҫә. 1948 йылда йәш белгес булараҡ Иләс ауылына уҡытыусы булып эшкә килә һәм ғүмерлеккә бында төпләнеп ҡала. Бында ул буласаҡ тормош иптәше, Иҙрис Туляшев менән осраша. Бергә улар өс балаға — ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, намыҫлы итеп тәрбиәләп үҫтерәләр.
-Мин оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерҙем. Балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем. Ил-көнөбөҙ тыныс булһын, йәштәр бәхетле булһын тип теләйем. Шуға ла илдең киләсәгенә битараф ҡалмай, үҙ тауышымды бирҙем, — тине Гөлъямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы.
Күпте күргән, һуғыш осоро һәм унан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисергән ил инәһе бер ҙә тормошҡа зарланмай, ул дәһшәтле йылдарҙың да тик яҡшы яҡтарын һөйләргә тырыша.