

-Халыҡ һайлауға әүҙем килә. Тауыш биреүҙәр ойошҡан рәүештә бара. Комиссия ағзалары ла тулы составта, үҙенә йөкмәтелгән бурысты яҡшы үтәй. Иң тәүге булып Фәниә Байғабулова, Айгөл Вәлиева, Данис һәм Айгөл Рәсембәтовтар тауыш бирҙе. Әйткәндәй, Рәсембәтовтарҙың улдары Айрат беренсегә үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Уларға бүләктәр тапшырҙыҡ. Һайлау участкаһының иң оло һайлаусыһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов. 5 һайлаусы өйҙә тауыш бирә, - тине һайлау участкаһы рәйесе Фаил Бикбов.