

- Хеҙмәт кешеһенә дөрөҫ ял ойоштора белеү ҙә зарур. Бигерәк тә ауыл ерендә, бер төрлө тормош ялҡытып киткәндә ҡыҙыҡлы саралар үткәреп, күңелде ҡуҙғатып алыу - артабан дәртләнеп донъя көтөргә яҡшы этәргес ул! Ошондай маҡсат менән "тимер ат" һөйөүселәр араһында ярыш уҙғарырға ҡарар иттек. Ғәлиәхмәт ауылы ир-егеттәре тракторҙы йөрөтөү оҫталығы буйынса көс һынаштылар. Сара матур үтте, халыҡ әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәрҙе билдәләп үткәс, ҡаҙанда бешкән тәмле аш ашап, сәй эсеп, яҡшы кәйеф менән таралдылар,- ти сараны ойоштороусылар.
Билдәле булыуынса, ғәлиәхмәттәр быйыл «Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша.
Сығанаҡ: район хакимиәте