Яңылыҡтар
15 Сентября , 05:02

Илен һаҡлаған ул үҫтергән пар: Мөхәмәтйәновтарҙың батырлығы һәм тоғролоғо

Атингән ауылында йәшәүсе Харис һәм Миңъямал Мөхәмәтйәновтар районыбыҙҙың матур, өлгөлө ғаиләләренең береһе. Бар ғүмерҙәре буйы тырышып хеҙмәт итеп, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, ярты быуатҡа яҡын бер-береһенәтерәк- таяныс булып донъя көтә улар.

Илен һаҡлаған ул үҫтергән пар: Мөхәмәтйәновтарҙың батырлығы һәм тоғролоғоИлен һаҡлаған ул үҫтергән пар: Мөхәмәтйәновтарҙың батырлығы һәм тоғролоғо
Илен һаҡлаған ул үҫтергән пар: Мөхәмәтйәновтарҙың батырлығы һәм тоғролоғо

Ғаилә башлығы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында Хафиз һәм Ғәбиҙә Мөхәмәтйәновтарҙың ун балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында 4-се класты тамамлағандан һуң, Әбеш мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 10-сы класты тамамлап, трактор йөрөтөүгә таныҡлыҡ алғас, «Һаҡмар» колхозында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай. 4 йыл тирәһе эшләгәндән һуң, Әлшәй районына ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Өс йыл уҡып, зоотехник һөнәрен үҙләштергәс, «Һаҡмар» колхозында зоотехник-селекционер булып эшләй башлай. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы интитутында уҡый.
Миңъямал Рамаҙан ҡыҙы ла күп балалы ғаиләнән. Ул Йәнтеш ауылында Рамаҙан һәм Хәмиҙә Моталовтарҙың ете балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Мәктәп йылдары тыуған ауылында үтә.
–10-сы класты бөткәс, уҡырға керергә уйлаған инем, колхоз рәйесе Әхмәт Әғзәм улы: «Колхозда бер йыл эшләйһегеҙ, шунан һуң паспорт алғас, артабан уҡырһығыҙ», – тип, беҙҙең кластан береһен дә ситкә ебәрмәне. Бер аҙ иген ырҙынында эшләнем, көҙгөһөн һауынсылар етмәгәс, фермаға ебәрҙеләр, унан һуң яңы тыуған быҙауҙарҙы, башмаҡтарҙы ла ҡараным, яҙ еткәс кире һауынсы итеп ҡуйҙылар, – тип тәүге хеҙмәт йылдарын һөйләне әңгәмәсем.
Бер йыл эшләгәндән һуң, Миңъямал Рамаҙан ҡыҙын колхоз Стәрлетамаҡ ҡалаһына бухгалтерҙар курстарында уҡырға ебәрә.

–Ауыл магазинында эшләгән һатыусы декрет ялына китер саҡ еткәс, уның урынына кеше таба алмай, минең уҡыған ергә шылтыратып, ҡайтыуымды һоранылар. Ә минең бухгалтер булғым килә ине. Әсәйем дә риза түгел ине, сөнки ундағы һатыусыларҙың етмәгән аҡсаны «елкәләренә» сығара торғандар ине. Шулай бер нисә көн килеп эшкә саҡырғандан һуң, атайым: «Ана тора бер башмаҡ, барһаң бар ҙа ҡуй, ҡыҙым, шуны һатып булһа ла түләрбеҙ», – тине. Бер йыл эшләнем, елкәгә
лә сығартманым. Ауыл клубында урын бушағайны, шунда күстем, – тип һөйләне Миңъямал Мөхәмәтйәнова.
Харис һәм Миңъямал Мөхәмәтйәновтарҙы ике яҡтан еңгәләре таныштыра һәм улар 1977 йылда үҙ ғаиләләрен ҡора. Һаҡмар-Наҙарғол ауылына килен булып төшкән Миңъямал Рамаҙан ҡыҙын магазинға һатыусы итеп алалар.
–Иремдән уңдым, Аллаға шөкөр! – ти Миңъямал Рамаҙан ҡыҙы. – Шул тиклем эшһөйәр, тырыш, холҡо ла тыныс, мине лә, балаларҙы ла ярата. Өйләнешкәнсе бер-беребеҙҙе белмәй инек, еңгәләребеҙ таныштырҙы. Ҡулға ҡул тотоноп, оҙон ғүмер юлы үттек. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлайбыҙ. 49 йыл ғүмер эсендә бер бөтөнгә әүерелдек. Клуб, магазин араһында ең һыҙғанып эшләй ул. Мөхәмәтйәновтар 1997 йылда Атингән ауылына күсә. Ғаилә башлығы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозында эшләй. Колхоз тарҡалғас, уны «Терра» ауыл етештереү кооперативына үҙгәртәләр һәм Харис Хафиз улы хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләүен дауам итә. Хужабикә ауыл клубында художество етәксеһе, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы
клуб мөдире булып эшләй. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн икеһе лә «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була. Мөхәббәт һәм татыулыҡ тантана иткән Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә бер ҡыҙ һәм бер ул үҫеп, буй еткергән. Ҡыҙҙары Сания Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһында төпләнгән, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Улдары Илһам 2022 йылда тәүгеләрҙән булып мобилизациялана һәм әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашып, илебеҙ һағында тора.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 36-сы һанында уҡығыҙ. 

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас