

Республикабыҙ йәштәре 7-9 сентябрҙә Стәрлебаш районындағы «Авангард» лагерында «Тел мөхите» йәштәр форумына йыйылды. Унда төрлө район, ҡалаларҙан 14-18 йәшлек 100 үҫмер ҡатнашты. Форумдың төп идеяһы – башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошона индергән мөхит булдырыу. Өс көн буйы ҡатнашыусылар туған телендә аралашып, бергәләп проекттар эшләне һәм төрлө сараларҙа ҡатнашты. Форумдың маҡсаты –йәштәрҙе башҡорт телен заманса тормошта ҡулланырға ылыҡтырыу. Бының өсөн программаға һөйләү телмәрен һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен үҫтереү дәрестәре, лидерлыҡ һәм команда менән эшләү буйынса тренингтар, медиа һәм блог алып барыу йүнәлештәре, интерактив форматтар, интеллектуаль уйындар, дискуссиялар индерелде.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Форумды асыу тантанаһында сығыш яһаған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова туған телдәрҙе үҫтереүҙә ғаиләнең, йәмәғәт ойошмаларының һәм дәүләттең бергә эшләүе кәрәклеген билдәләне. «Туған телде үҫтереү өсөн ҙур команда булып эшләргә кәрәк. Ғаилә, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт — барыһы ла ҡушылырға тейеш», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Әһәмиәтле йәштәр форумында Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Элина Иштәкбаева һәм 9-сы класс уҡыусыһы Гөлирә Азаматова ла ҡатнашты. Ҡыҙҙар билдәләүенсә, өс көн дауамындағы был сара улар өсөн лагерға сәйәхәт кенә түгел, ә ысын мәғәнәһендә туған телдең байлығын һәм нескәлеген тойоп өйрәнеү майҙансығы булды.
–Элина Иштәкбаева һәм Гөлирә Азаматова яҡшы билдәләргә өлгәшкән һәр яҡлап талантлы уҡыусылар. Элина йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһының муниципаль этабында призлы урындар яулай. Уҙған уҡыу йылында федераль исемлеккә ингән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып, “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ” номинацияһына лайыҡ булды. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып призер булды һәм Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Гөлирә лә йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашып призер йә еңеүсе була. Мәҫәлән, былтыр башҡорт теленән район олимпиадаһында һәм «Аҡмулла олимпиадаһында» еңеүсе булды. Шуға күрә тап Элина һәм Гөлирәне «Тел мөхите» йәштәр форумында ҡатнашыуға лайыҡлы тип таптыҡ. Уҡыусыларҙың бындай мәртәбәле республика форумында ҡатнашыуы — уларҙың тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығының һөҙөмтәһе, – тине Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дания Вәлитова.
Элина һәм Гөлирәнең форумдан алып ҡайтҡан белеме, ыңғай энергияһы һәм яңы идеялары киләсәктә уларҙың уҡыуҙарында ла, йәмәғәт тормошонда ла сағылмай ҡалмаҫ. Ошондай грант ярҙамында тормошҡа ашырылған проекттар артабан да дауам итһен. Сөнки башҡорт теленең киләсәге, үҫеше тап ошондай телһөйәр йәштәрҙең ҡулында.
Тәьҫораттар:
Элина Иштәкбаева, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы:
–«Тел мөхите» йәштәр форумында ҡатнашыу бик оҡшаны. Төрлө тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығында дискотекалар ойошторолдо. Шулай уҡ «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина һәм режиссёр Әҙилә Сәйфуллина менән осраштыҡ. Унда үҙемдең «Киберпанк анимацияһы стилендә Салауат Юлаев» проектымды тәҡдим иттем. Форумда әүҙем ҡатнашҡан өсөн приздар менән бүләкләндем. Ғөмүмән, был сарала туған телен белгән һәм уны һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән уҡыусылар йыйылғайны. Улар менән аралашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡорт теле беҙҙең өсөн сикләүсе фактор түгел, ә заманса фекерләү, ижад итеү һәм үҫеш өсөн сикһеҙ мөмкинлек асҡысы булып тора.
Гөлирә Азаматова, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы:
–Форумда ваҡыт бик күңелле һәм файҙалы үтте. Һәр көн яңы уйындар, асыштар һәм дуҫлыҡ менән тулы булды. Мәртәбәле ҡунаҡтар беҙгә үҙҙәренең үҫеш юлы хаҡында һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты. Көн һайын бергәләп башҡортса йырланыҡ, бейенек, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Башҡорт телен мауыҡтырғыс уйындар һәм саралар аша өйрәнеү бик еңел булды.