Архангельск өлкәһендә микроавтобус, ағас ташыусы машина (лесовоз) һәм еңел автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла 13 кеше һәләк булған. Был турала Рәсәй Тикшереү комитетының Архангельск өлкәһе һәм Ненец автономиялы округы буйынса Тикшереү идараһына һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы кисә кис теркәлгән. «Газель» водителе алдағы машинаны уҙып китергә ниәтләп ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм ағас ташыусы машина менән бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль дә зыян күргән. 13 кеше, шул иҫәптән өс бала һәләк булған. Тағы ла 7 кеше йәрәхәтләнгән — уларҙы дауаханаларға оҙатҡандар. Зыян күреүселәрҙең бишеһе ауыр, ә өсәүһе үтә ауыр хәлдә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 39 кеше һәм 15 берәмек техника ҡатнаша. Ике енәйәт эше ҡуҙғатылған.