Яңылыҡтар
11 Сентября , 05:56

Башҡорт теле рәсми асыҡ тел корпусын алды!

Hugging face платформаһында баҫылған датасеттарға 78 сәғәтлек аудиокитаптар, йәғни эпостар һәм ҡобайырҙар, проза, шиғриәт, халыҡ әкиәттәре; 53 сәғәтлек теле- һәм радиотапшырыуҙар аудиояҙмалары һәм башҡорт, рус, ҡаҙаҡ, алтай, яҡут, ғәрәп, ҡытай кеүек һөйләштәр ингән.

Башҡорт теле рәсми асыҡ тел корпусын алды!Башҡорт теле рәсми асыҡ тел корпусын алды!
Башҡорт теле рәсми асыҡ тел корпусын алды!

Был датасеттар Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналып 8 сентябрҙә ғәмәлгә ашырылды.

Был юҫыҡтан, датасеттар серияһын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды баҫтырып сығарҙы. Республика Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хеҙмәт Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслеге аҫтында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия эшмәкәрлеге сиктәрендә башҡарылған.

Hugging face платформаһында баҫылған датасеттарға 78 сәғәтлек аудиокитаптар, йәғни эпостар һәм ҡобайырҙар, проза, шиғриәт, халыҡ әкиәттәре; 53 сәғәтлек теле- һәм радиотапшырыуҙар аудиояҙмалары һәм башҡорт, рус, ҡаҙаҡ, алтай, яҡут, ғәрәп, ҡытай кеүек һөйләштәр ингән.

– Нugging face - та баҫылған мәҡәләләр тел корпусын меңәрләгән телдә ҙур күп телле моделдәрҙе уҡытҡан билдәле фронтир-лабораториялар өсөн дә, разработчиктар, мәктәп уҡытыусылары һәм диплом өҫтөндә эшләгән студенттар өсөн дә артыҡ тотҡарлыҡһыҙ эшләргә мөмкинлек бирҙе, – тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Һанлы үҫеш министрлығында Айгиз Ҡунафиндың “bashspell” башҡорт орфографияһын формалаштырыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәтен, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баҫтырып сығарған “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” һәм “Башҡорт теленең һүҙ үҙгәрештәренең алгоритмик грамматикаһы”н билдәләнеләр.

– Заманса моделдәр аҙ ресурслы телдәрҙә ышаныслы һөйләшә, әммә тап уҡытыу мәғлүмәттәренең аҙ булыуы арҡаһында генератив моделдәрҙә дрейф була, йәғни башҡорт тексы һиҙҙермәй генә татар йәки ҡаҙаҡ морфологияһына күсеп китеүсән, башҡорт теленең махсус үҙенсәлекле хәрефтәре башҡа телдәрҙең оҡшаш хәрефтәр менән алмаштырыла, һуҙынҡылар гармонияһы буйынса килешеү өҙөлә ине, – тип аңлама бирҙе проектты төҙөүселәр.

Был осраҡта рәсми рәүештә яңы баҫылған корпус – халыҡ өсөн тауыш ярҙамсылары, башҡорт телендә бәйләнеш үҙәктәре, республика тапшырыуҙарын субтитрлау һәм автоматик тәржемә итеү, смартфондар өсөн клавиатуралар һәм корректорҙар, белем биреү сервистары: тел тренажерҙары, интерактив күнегеүҙәр, адаптив мәктәп программалары төҙөлә торған телмәрҙе таныу һәм синтезлау технологияларын камиллаштырыу өсөн нигеҙ булып тора.

Тел корпусын һәм уның сиктәрендә асыҡ инструменттарҙы киңәйтеү буйынса эш дауам итә әле.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Автор:
Читайте нас