

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 8 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +22, +27°.
9 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.Ел көньяҡтан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +16, +21°.
10 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +14, +19°
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-08/respublikala-k-nd-r-ber-a-al-ynayta-4663189