Яңылыҡтар
7 Сентября , 06:26

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцина яһау башланды

Рәсәйҙә грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы башланды. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итеүенсә, төбәктәр препараттар менән тәьмин ителгән.

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцина яһау башландыБашҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцина яһау башланды
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцина яһау башланды

Был миҙгелдә ил халҡының 60% һәм хәүеф төркөмдәренә ҡараған граждандарҙың кәмендә 75% прививка эшләү планлаштырыла.

Быйыл гриптан һаҡланыу саралары тулыһынса яңыртылған. Вакциналар яңы төрҙәргә: А вирусының ике  («Миссури» һәм «Дарвин») һәм B вирусының бер төрөнә («Токио») ҡаршы торорға һәләтле.

Эпидемия ваҡытында сирләмәҫ өсөн табиптар вакцинаны октябрь аҙағына тиклем яһатырға кәңәш бирә. Прививканан һуң иммунитет 8-12 ай һаҡлана.

Тәү сиратта грипҡа ҡаршы вакцина балалар һәм 60 йәштән өлкән граждандар араһында бүленә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Прививканы теркәлгән йәки беркетелгән урында яһатырға мөмкин. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, 122 номерына шылтыратып йәки участка терапевы аша яҙылырға була.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-07/bash-ortostanda-grip-a-arshy-vaktsina-ya-au-bashlandy-4663064 

Автор:
Читайте нас