Яңылыҡтар
31 Августа , 14:07

Ирәмәлдә тәүге ҡар яуған

   

Ирәмәлдә тәүге ҡар яуғанИрәмәлдә тәүге ҡар яуған
Ирәмәлдә тәүге ҡар яуған

Йәйҙең һуңғы көндәрендә Ирәмәл тауында тәүге ҡар яуған. Был хаҡта тәжрибәле гид Илнур Байегетов хәбәр итте. Тауҙа һауа торошо бик тиҙ үҙгәрә, тип билдәләне ул. Ныҡ итеп ҡар яуғандан биш минут үтеүгә сағыу ҡояш сыға һәм киреһенсә. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, сентябрь уртаһында уҡ унда буран булыуы ихтимал. Ә тауҙағы ҡар ҡатламы 200 көндән ашыу иремәй. Ҡайһы бер урындарҙа йәйгеһен дә осратырға мөмкин. Халыҡ һынамыштары буйынса, әгәр Ирәмәлдә 14 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, киләһе йәй йылы буласаҡ.

Әйткәндәй, гид Ирәмәлдә AY YOLA этно-төркөмөн оҙатып йөрөгән. Музыканттарҙы экстремаль һауа шарттары ҡурҡытмаған. Улар тауҙың түбәһенә менеп еткән һәм тирә-яҡты ҡурай моңона сорнаған.

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә республикала һалҡын төндәр көтөлә. Термометр бағанаһы +1, +6 градусҡа тиклем төшәсәк.

 

 

ВИДЕО: ИЛНУР БАЙЕГЕТОВ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас