Яңылыҡтар
30 Августа , 08:04

Праваһы булмаған ҡыҙ һәләк булған

Уның 17 йәшлек пассажиры йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла

Праваһы булмаған ҡыҙ һәләк булғанПраваһы булмаған ҡыҙ һәләк булған
Праваһы булмаған ҡыҙ һәләк булған

Балтас районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған.

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Балтас-Асҡын автомобиль юлының 21-се километрында  26 йәшлек ҡыҙ «Шкода Октавия» автомобилен йөрөткәндә транспорт сараһы түңкәрелгән.

Алынған йәрәхәттәрҙән водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат була. Уның 17 йәшлек пассажиры йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Табиптар егеттең хәлен уртаса ауырлыҡ дәрәжәһе тип баһалай.

Ҡыҙҙың водитель таныҡлығы булмауы билдәле. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана

 

 

фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас