

Башгидромет хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә Уралға Һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөнә Арктиканан һалҡын һауа киләсәк.
Һауа температураһы төндә — +2,+7, көндөҙ +12,+17 градусҡаса түбәнәйә.
Алдағы ял көндәрендә Башҡортостандың ҡайһы бер төньяҡ һәм таулы райондарында төнгө һәм иртәнге ҡырау төшөүе көтөлә, тип фаразлай синоптиктар.
Республикала бер аҙ ямғырҙар башлыса төньяҡ райондарҙа күҙәтеләсәк.
Бөгөн, 28 августа, көндөҙ һауа +21,+26 градусҡа тиклем йылына. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшен көтөлә, ел көнбайыштан, талғын, йәшен ваҡытында көслө көсәйеүе ихтимал.
Шәмбе, 29 августа, һиҙелерлек һыуыта. Республиканың күпселек биләмәһендә ямғыр яуасаҡ. Термометр бағанаһы төндә +7,+12 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ максималь температура +25 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Ел йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа һәм төньяҡҡа үҙгәртә.
Йәкшәмбе, 30 августа, температура төшөүен дауам итә. Төндә 0-дән +8 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә, урыны менән тупраҡта тәүге ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ һауа +13,+18 градусҡаса йылына. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын булып ҡаласаҡ.
Алдағы эш аҙнаһында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.
фото:Розалия Хисаева
МАХ-та «Хәйбулла хәбәрҙәренең» рәсми каналына ҡушылығыҙ - max.ru/channel_haibulla