

Телмәре бай кешене тыңлауы үҙе бер донъя. Үҙ туған телеңдә һин дә төрлө фразеологизмдарҙы ҡулланып һөйләйһеңме? Көндәлек тормошта телмәрен ҡыҙыҡлы ҡанатлы һүҙҙәр менән байытып һөйләүселәрҙең хәбәрен, мәғлүмәтен нығыраҡ иҫтә ҡалдыраһың. Телмәрҙе байытыусы ,тәъҫирле итеп биҙәүсе, фекергә тәрән мәғәнә биреүсе фразеологизмдар халыҡ телендә етерлек: Ҡайнап тороу(эш, тормош)( Бить/забыть(купить/закипеть) ключом);Бушҡа ҡабыҡ туҡмау; Юҡтан оло ғауға сығарыу (Буря в стакане воды); Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау (Вариться в собственном соку); Һә тигәнсе; артына әйләнеп ҡартайғансы; күҙ асып йомғансы (В два счета) ;Ала ҡарға( Белая ворона); Илке-һалҡы эшләү. Спустя рукава(делать что-л.); Бер ни белмәй (йоҡлай). Без задних ног(спать); Тиҙҙән, бына-бына (Без пяти минут); Яҡты донъя( Белый свет); Ярыҡ барабан ( Бесструнная балалайка); Ел ҡыуыу; эт һуғарыу; йөн тибеү ( Бить баклуши); Буш фараз менән булыу(Задать на бобах); Бик ныҡ ҡыҙыу, асыуҙан шартлай яҙыу ( Доходить/дойти до белого каления); Эт юрғалаған кеүек яҙыу (Как курица лапой(писать)); Ыжлап та бирмәй; бер ни түгел, бер ни тормай( Как с гуся вода(кому, кого)); Ҡыҙыл ҡар яуғас; дөйә ҡойроғо ергә тейгәс; ҡояш кире яҡтан сыҡҡас (Когда рак свистнет);Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу (Оказать медвежью услугу); Бик ябай ғына, еп-еңел( Проще пареной репы). Ҡайһы саҡта күп һүҙ урынына, дөйөмләп кенә, ҡыҫҡа һәм таҫыллы ғына итеп үҙ фекереңде әйтеп ҡуйыу әйтеп ҡуйыу-үҙе бер оҫталыҡ.