Яңылыҡтар
14 Августа , 05:20

«Булғанына шөкөр итеп йәшәйек»

Атингән ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро балаһы Лена Такалова һәр атҡан таңға ҡыуанып, уны изге доғалары менән ҡаршылай. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәй.

«Булғанына шөкөр итеп йәшәйек»«Булғанына шөкөр итеп йәшәйек»
«Булғанына шөкөр итеп йәшәйек»

Лена Әғзәм ҡыҙы 1941 йылда бар тәбиғәт ап-аҡ булып ҡарға күмелгән мәлдә, Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Яңауыл ауылында (хәҙер бөткән) донъяға килә. Тик уға бәхетле бала саҡ йылдарын татырға яҙмай. Атай-әсәй наҙында иркәләнеп
үҫер ваҡытта Тыуған илгә фашистар ябырыла. Ул өс көнлөк сабый булып, атай йылыһын да татып өлгөрмәй, бишектә ятып ҡала – атаһы һуғышҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында ғаилә башлығы хәбәрһеҙ юғалды тигән өсмөйөшлө хат алғас, йәшәү ауырлаша төшкәс, әсәһе ете балаһы менән Йәнтеш ауылына күсергә мәжбүр була. Ағаһы, апаһы был ваҡытта Йәнтештә уҡытыусы булып эшләйҙәр. Һуңынан йорт һалып сығалар.

Мәҡәләм геройы етенсе класҡа тиклем Йәнтеш ауылында белем алғандан һуң Аҡъярға йөрөп уҡый.

–10-сы класты тамамлағас, ағайым Өфө ҡалаһына уҡырға алып китте, тик һуңлаған инек. Ҡайтманым, шунда уҡ туҡыу фабрикаһына эшкә урынлаштым. Дүрт йыл тирәһе эшләгәндән һуң, яңғыҙың сит ҡалала йөрөмә, тип мине туғандарым кире алып ҡайтты. Шунда уҡ мине Йылайыр районы Ҡамыш-Үҙәк ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп алдылар, – тип әңгәмәне дауам итте Лена Әғзәм ҡыҙы.
Йылайыр районы Мәҡсүт ауылы егете Таһир Шәрифулла улы менән матур ғаилә ҡоралар.
Йәштәр бер аҙ Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Ә 1971 йылда Атингән ауылына күсеп төпләнәләр. Таһир Такалов оҙаҡ йылдар элемтәсе булып эшләй. Эшһөйәр, ихлас күңелле Лена Әғзәм ҡыҙы тиҙ арала ауыл халҡының хөрмәтен яулай. 36
йыл стажы булған педагог Атингән ауылы балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. «Мин эшләгән осорҙа балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр күп булды – йәмғеһе 3 төркөм ине. Бүлмәләрҙе үҙебеҙ яһаған төрлө әйберҙәр менән йыһазландырып, балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ», – ти тәжрибәле педагог...

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 32-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас