

Форум республиканың граждандар йәмғиәте тормошонда төп ваҡиға булып тора. Төп тема — махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреүе. Айырыуса иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә, алдағы һайлауҙарҙа граждандар йәмғиәте институттарының традицион ҡиммәттәрен һәм ролен һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
Форум программаһында – дискуссия майҙансыҡтары, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм интерактив күргәҙмәләр, юридик консультациялар, грант ғаризалары буйынса эксперт консультацияһы, шулай уҡ “МХО шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреүе” пленар ултырышы.
Ойоштороусылар – БР Башлығы Гранттары фонды, БР Йәмәғәт палатаһы, БР Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет.
Ҡатнашыу өсөн 20 авгусҡа тиклем һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/6a50bc601f1eb584ac30bd77
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gasetabashkortostan