Яңылыҡтар
8 Августа , 04:08

Дрон операторының бурыстары ниндәй?

Рәсәйҙә тик пилотһыҙ осоу аппараттарына (БПЛА) ғына ҡағылған яңы закондар, талаптар һәм нормалар барлыҡҡа килә

Дрон операторының бурыстары ниндәй?Дрон операторының бурыстары ниндәй?
Дрон операторының бурыстары ниндәй?

 Рәсәйҙә тик пилотһыҙ осоу аппараттарына (БПЛА) ғына ҡағылған яңы закондар, талаптар һәм нормалар барлыҡҡа килә.


Пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү буйынса уҡыуҙы тамамлағандан һуң, сығарылыш уҡыусыһы өс рәсми һөнәрҙең береһе буйынса эшләй ала. Беренсеһе — ОАС (осоусыһыҙ авиация системалары) эксплуатацияһы буйынса белгес. Был системала бер йәки бер нисә осоусыһыҙ аппарат булыуы мөмкин. Икенсеһе — осоусыһыҙ аппараттың тышҡы пилоты, ә өсөнсөһө — осоусыһыҙ аппарат операторы. Башҡа бөтә вазифалар ҙа ошо өс төп һөнәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бойороҡта градация бар: 10 килограмға тиклемге һәм 10-дан 30 килограмға тиклемге осоусыһыҙ аппараттар.


Профессиональ оператор өсөн ул эйә булырға тейешле күнекмәләр исемлеге лә ҡаралған. Уларҙы ентекләберәк аңлап үтәйек.
Осош алдынан оператор осош заданиеһын һәм планын төҙөй. Планды һауа торошо, навигация мәғлүмәттәре һәм орнитологтарҙан алынған мәғлүмәттәр менән сағыштыра. Осош программаһын әҙерләй һәм уны осоусыһыҙ аппараттың борт навигация комплексына йөкләй. ОАС элементтарының техник торошон баһалай, системаларҙы әҙерләй. Техник хеҙмәтләндереү үткәрә һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡуя. Шунан һуң ул осош тураһында ҡарар ҡабул итә һәм аппаратты осора.
Пилот осоусыһыҙ аппаратҡа дистанцион рәүештә идара итә, осош параметрҙарын контролдә тота һәм уны осош заданиеһы буйынса башҡара. Аппараттың ер өҫтө майҙанындағы урынын билдәләй һәм ер өҫтө идара итеү станцияһы элементтарын ҡулланырға өйрәнә. Осош ваҡытында ул дрондың тирә-яғындағы хәлде: һауа торошон, аэронавигация һәм орнитология мәғлүмәттәрен күҙәтә. Мөмкин булған хәүефтәрҙе күрергә һәм танырға тейеш.
Осош ваҡытында форс-мажор хәлдәр булыуы ихтимал. Пилоттың бурысы — тиҙ арала хәлде төҙәтеү. Әгәр дрон аварияға эләгеп барып ултырһа, оператор уны эҙләргә сыға. Шул уҡ ваҡытта ул Һауа хәрәкәтен ойоштороуҙың Берҙәм системаһы органдарының береһенә пландан ситләшеү, авария йәки авариялы ултырыу тураһында хәбәр итергә тейеш.
Операторға һауа хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа осоусыһыҙ аппараттар һәм бәләкәй авиация менән үҙ-ара эш итергә тура килә. Әгәр пилот үҙенең осошо менән башҡа судноларға хәүеф янауын аңлаһа, ул дронды ултыртырға йәки осоп киткән урынына кире ҡайтарырға бурыслы. Кире ҡайтартҡас, оператор дронды ҡарап сыға. Ул шулай уҡ техник документация алып бара һәм операцияларҙы һанлы журналға теркәү сервистарын ҡуллана.

Дрон пилотының тағы бер мөһим бурысы бар — ул һаҡ булырға һәм сит кешеләрҙе осоусыһыҙ авиация системаһына яҡын ебәрмәҫкә тейеш. Оператор яҡшы осорға һәм көтөлмәгән хәлдәргә тиҙ яуап бирергә өйрәнергә тейеш. Бының өсөн төп теорияны белергә, осоусы аппараттар донъяһы ҡағиҙәләрен, дрондың төҙөлөшөн һәм эшләү принцибын аңларға кәрәк. Пилот Рәсәй Федерацияһының һауа киңлегендә осоусы аппараттарҙы ҡулланыу тәртибе һәм тыйылған зоналар тураһындағы норматив-хоҡуҡи акттарҙы, яттан булмаһа ла, яҡшы белергә тейеш. Пилотҡа осош алдынан тыйылған зоналар тураһында мәғлүмәт алырға, осош планын төҙөргә һәм рөхсәт алырға кәрәк. Шулай уҡ сегрегацияланған (айырым осоусы аппараттар өсөн тәғәйенләнгән) һауа киңлегендә осоу шарттарын белеү ҙә мотлаҡ.
Һөнәри пилот үҙ базаһы кимәлдендә ниндәй аппараттарҙың нисек осоуын аңлай, аэронавигация һәм аэродинамика нигеҙҙәрен белә. Хәүефһеҙ осоу өсөн метеорологияны ла белергә тейеш. Дрондың осоу-техник характеристикаларында һәм эксплуатациялау буйынса документтарҙа яҙылған үҙенсәлектәрен һәм сикләүҙәрен белә.
Оператор радиоэлемтә алып барыу ҡағиҙәләрен аңлай. Авария хәлдәрендә нимә эшләргә кәрәклеген белә, һәм әгәр дрон элемтәне юғалтһа йәки урманға төшһә, уны таба аласаҡ. Һәм иң мөһиме — ул һауа киңлеген ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һәм пилотлауҙағы хаталары өсөн үҙенең яуаплылығын аңларға тейеш.
Дрон операторы һәм пилоты рәсми һөнәргә әйләнде. Уның дипломында ошо һөнәр күрһәтеләсәк. БПЛА-ларҙың уҡыу-методик үҙәге (ЦПО БПЛА) ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү тураһындағы дипломдар бирә. РФ Хеҙмәт министрлығы бойороғона ярашлы, «дрон операторы йәки пилоты» һөнәрен алыу өсөн эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек йәки квалификацияһын күтәреү программаһын үтергә кәрәк.
Дрон операторы йәки пилоты булараҡ һөнәри карьераһын башлағансы, белгес авиация транспорты өлкәһендә кәм тигәндә бер йыл эшләргә тейеш. Ошоға хәтлем биләгән вазифаһы пилотһыҙ осоу аппараттарын йәки һауа судноларын эксплуатациялау менән бәйле булһа, маҡсатҡа ярашлыраҡ. Пилотһыҙ авиация системаһы менән идара итеү өсөн һауа судноларына диспетчер хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә эшләп ҡарарға кәрәк.


Фото: РФ Хеҙмәт министрлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
 
 
Автор:
Читайте нас