

Һикһән алты йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға: һуғыш михнәттәрен дә, ҡәҙерле кешеһенең вафатын да. Яҙмыштың әсе һынауҙарына һынмаған, һығылмаған, бирешмәгән, тик сыныҡҡан ғына. Уның тормош юлы, ысын мәғәнәһендә, тарих. Илебеҙ ни күрһә – шуны күреп, дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡяланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу йылдарын – бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған.
Люциә Сәғәҙәткирәй ҡыҙы Аҡъегет ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһын фронтҡа алып киткәндә ул өс айлыҡ сабый булып сәңгелдәктә ятып ҡала. Атаһы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, уны күреү насип булмай ҡыҙға.
Башланғыс кластарҙа Ғәлиәхмәт мәктәбендә уҡыһа, артабан Аҡъюл, Әбеш мәктәптәрендә белем алыуын дауам итә. Мәктәпкә көн дә йәйәүләп йөрөгән осорҙа төрлө хәлдәргә лә тарый улар: кәмә менән йылға аша йөҙөп сыҡҡан ваҡыттарында көслө
ағымға эләгеп, ағып киткәндәре лә, ҡыштың бер көнөндә йылғала боҙ уйылып китеп, әхирәте һыуға бата яҙғаны ла Люциә Сәғәҙәткирәй ҡыҙының һаман хәтерендә һаҡлана.
–5-6-сы кластарҙа уҡыған сағымда уҡ еңгәйемә эйәреп колхозға бесән әҙерләргә йөрөнөк. Тырма, һәнәккә көсөм етмәй илап ултырған саҡтар ҙа булғыланы. 15 йәштәр тирәһендә беҙҙе, йәш ҡыҙҙарҙы атҡа һыбай мендереп күбә тарттырырға ла, ат менән бесән тырматырға ла ебәрҙеләр...
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 29-сы һанында уҡығыҙ.