

Бәрәкәтле туй тиҙәр парҙарҙың бергә ғүмер итеүенең 70 йыллығын. Ошо йылдар эсендә бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, үҙҙәренең тырышлығы, көсө менән именлектә, татыулыҡта ғүмер кисереп, мул тормошҡа өлгәшә алғанға ла был дата шулай аталалыр. Исламғоловтар үткән быуаттың 1956 йылында ғаилә ҡора.
Яҙмыштары еңел булмай уларҙың. Ғаилә башлығы Зәкирйән Барый улы 1937 йылда элекке Матрай районы Һыҙғы ауылында донъяға килә. Һуғыш башланып, 5 йәш кенә булғанда атаһы фронтҡа китә. Уға башҡаса атаһын күрергә насип булмай – 1942 йылда өйгә «ҡара ҡағыҙ» килә.
–Атайым Юлдыбай ауылында банк идарасыһы булып эшләй ине. Һуғыш башланыуына бер йыл тирәһе үткәс, уны фронтҡа алып киттеләр. Ҡартәсәй мәрхүм мине күтәреп алып: «Ана, атайың машинаға ултырып һуғышҡа китте», – тигән һүҙҙәре һаман иҫемдә. Шул киткәненән бирле, атайымды башҡа күрергә насип булманы, шул уҡ йылдың көҙөндә «похоронкаһы» килде, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зәкирйән Барый улы.
Әсәһе өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Атайҙары фронтҡа киткәндә кеселәренә ни бары алты ай була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер һеңлеһе сабый сағында мәрхүм була. Зәкирйән Исламғолов ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтөн ауырлығы уның иңенә төшә. Әсәһенә һеңлеһен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Башланғыс кластарҙа тыуған ауылында белем ала.
–Көҙөн мәктәпкә барабыҙ, ә ҡышҡыһын кейергә йылы кейем булмау сәбәпле мәктәпкә йөрөй алманыҡ. Яҙға табан көндәр йылынғас ҡына ҡабат уҡырға бара инек. Шулай өҙөп-йолҡоп 4-се класты бөткәндән һуң, Йомағужа ауылына 10 километр йөрөп, ҡышҡыһын шунда йәшәп, 5-6-сы кластарҙы уҡыныҡ, – ти ул.
Мәҡәләне тулыраҡ "Хәбулла хәбәрҙәре"нең 30-сы һанында уҡығыҙ.