Яңылыҡтар
4 Августа , 05:14

Август ҡыуандырмаҡсы итә, ахырыһы

31 градусҡа тиклем йылы була, оҙаҡҡамы? 

Башҡортостандан республикаға болотло һәм ямғырлы һауа торошон килтергән циклон китә. Бер аҙ ваҡытҡа төбәктә яуым-төшөм тотҡарланасаҡ, әммә тиҙҙән тағы ла йылыраҡ буласаҡ.

“Фобос” үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 3 августан башлап, температура ышаныслы күтәрелә башлай һәм шәмбе, 8 авгусҡа, +31 градусҡа етә. Яуым-төшөм көтөлмәй, ҡояшлы буласаҡ. 18 авгусҡа тиклем +27,+28 градусҡаса эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ.

19 августан йәнә төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар яуасаҡ, улар ай аҙағына тиклем фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +20, +24 градус була.

Автор:
Читайте нас