Яңылыҡтар
4 Августа , 05:54

90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!

Өфө ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ҡаҙаҡҡолова ошо көндәрҙә йөҙөнсө тиҫтәгә аяҡ баҫты

90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!
90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!

90 йыл үҙенә байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы һыйҙыра. Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙының яҙмышы ауыр йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ул — ябай ауыл ҡатыны, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә күп кисергән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа үтә. Тормош ныҡышмалылығы уны ғүмер буйы оҙатып барып, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Мәрйәм Ҡаҙаҡҡолова 1936 йылда Әбделкәрим ауылында донъяға килә, бер аҙҙан ғаиләләре менән элекке Матрай районы Оло Һаҙ ауылына күсәләр. Ғаиләләре башҡалар өсөн һәр саҡ өлгөлө була, ә уның атаһы уҡытыусы булып эшләй. Атаһы ауылдан ауылға күсеп йөрөп, балаларға белем бирә. Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы бәләкәй сағынан атаһынан уҡырға өйрәнә. Беренсе класҡа Юлдыбай ауылына уҡырға бара һәм 10-сы класты уңышлы тамамлай. Районда сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү осоронда Өфө ауылына килеп, хеҙмәт юлын СМП-216 төҙөлөш ойошмаһында башлай. Төҙөлөш өлкәһендә эшләгән осоронда буласаҡ тормош иптәше Иҙрис Арыҫлановты осрата. Тиҙҙән йәштәр ғаилә ҡоралар, улдары Руслан тыуа. Әммә тормош һин
уйлағанса ғына бармай шул, Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы менән Иҙрис Арыҫлановтың тормош юлдары айырыла.
Мәрйәм Ҡаҙаҡҡолова ауылда мәктәп асылғас та шунда лаборант булып эшкә урынлаша. Тик төҙөлөш өлкәһе барыбер үҙенә тарта, шуға ул 1975 йылда йәнә штукатур-маляр булып эшләй башлай. Был йылдарҙа «Матрай» совхозында яңы ферма биналары, эшселәр өсөн йорттар төҙөлә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәберҙәре"нең 30-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас