Ябай сәй – күптәр яратып эскән эсемлек. Уның файҙаһы бихисап, быны барыбыҙ ҙа белә, сөнки күптәребеҙ сәйһеҙ тора ла алмай тигәндәй.
Сәй шулай уҡ төрлө осраҡтарҙа тиҙ ярҙам сараһы була ала. Мәҫәлән, йөклө ҡатындар йәки машинала йөрөгәндә күңеле болғанған, “диңгеҙ сире” менән ыҙалаған кешеләр ҡоро йәшел сәй сәйнәһә, шунда уҡ уҡшыу, ҡоҫҡо килеү баҫыла.
Әгәр берәйһе яңылыш дарыу эсеп йәки оҙайлы эскелектән ағыуланһа, сәй ярҙам итә ала. Был осраҡта ҡаты итеп бешерелгән, шәкәр йәки бал ҡушылған һөтлө сәй эсерергә кәрәк.
Һалҡын тейгәндә, тын юлдары шешкәндә йылы сәйгә лимон, ҡара борос һәм бал һалып эсегеҙ (сәй эҫе булмаһын, сөнки балдың файҙалы сифаттары юғала). Был эсемлек бәүелде ҡыуа һәм һәйбәт тирләтә.
Күҙ эренләгәндә, күҙ ҡабаҡтары шешкәндә ҡара һәм йәшел сәйҙе бешереп, ул һыуынғас, ҡоро виноград шарабы (бер стакан сәйгә – бер балғалаҡ) өҫтәп, күҙегеҙҙе йыуығыҙ.