Яңылыҡтар
23 Июль , 04:20

Ҡыҙыл ҡарағатығыҙҙы әрәм итмәгеҙ

Унан барыһы ла тәмле килеп сыға. Ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡыҙыл ҡарағатҡа күптәрҙең иҫе китеп бармай. Ә бит уны аҡ ҡарағатҡа ҡушып, йәиһә үҙенән генә лә япҡан компот иҫ киткес тәмле була.

Ҡыҙыл ҡарағаттан әҙерләнгән желе айырыуса шәп. Уны яһау өсөн һәр хужабикәнең үҙ рецебы барҙыр моғайын. Шулай ҙа бер-ике ысул тәҡдим итәбеҙ.

11 стакан ҡарағатты биш стакан һыуға һалып, 5-10 минут самаһы бешереп алабыҙ. Һөҙгөс аша үткәргәс, башта һигеҙ стакан шәкәр ҡомо һалып, 5-10 минут ҡайнатабыҙ. Һүндереп ҡуйғас, ете стакан шәкәр ҡомо өҫтәп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ ҙа банкаларға ҡайнар килеш тултырабыҙ.

Тағы бер ысул:

Ҡарағатты йыуып киптерәбеҙ, һыуы ҡалмаһын. Эмаль йәки тутыҡмай торған һауытҡа һалып, ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Унан утҡа ҡуйып алабыҙ. Ҡайнатып сығармайбыҙ, әҙерәк йомшарғас та һүндерәбеҙ.

Һыуынғас, ваҡ тишекле иләктән үткәрәбеҙ һәм бер килограмм пюреға 1,5-1,8 килограмм шәкәрҙең яртыһын һалып, төҫө китмәҫлек итеп бер-ике минут ҡына ҡайнатып алабыҙ. Һүндергәс, ҡалған шәкәрҙе һалып, яҡшылап болғатабыҙ.

Автор:
Читайте нас