Яңылыҡтар
23 Июль , 04:24

Ҡорот эшләү серҙәре

"Сейә ботаҡтары тығып ҡуябыҙ".  Заһира Ишемғолова милли ризыҡты нисек эшләй?

Милли аш-һыуыбыҙ - ҡорот эшләү серҙәре менән Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан ағинәй Заһира Вәли ҡыҙы Ишемғолова бүлешә.

Бының өсөн иң беренсе ҡатыҡ эшләп алырға кәрәк. Алдан әҙерләп ҡуйылған ҡатыҡты (ул аҙна әсеп ултырырға тейеш, шул ваҡытта ҡороттоң әсеһе лә, дауаһы ла күберәк була) алып икенсе һауытҡа йәки мейес өҫтөндәге ҡаҙанға ҡоябыҙ, талғын утта болғата-болғата ҡайнатабыҙ.

Болғап тормаһаң, ҡорот эремек була.

Ҡайнап сыҡһа, ҡаҙандан икенсе һауытҡа бушатып алып, сейә ботаҡтары тығып ҡуябыҙ.

Һыуынғас, ҡорот тоғона ҡойоп һарҡытабыҙ. Һарҡып бөтһә, тоҡтан әҙер булған ҡоротто табаҡҡа бушатып, тәмләп тоҙ һалып, йомғаҡлайбыҙ.

Бында инде һәр кем үҙ тәменә ҡарап - кемдер үткәрелгән муйыл, ҡарағат ҡушып киптереп ашай, кемдер заманға яраҡлаштырып туңдырғысҡа һалып һаҡлай. Тәме үҙгәрмәй ике осраҡта ла, шулай уҡ шифаһы ла һаҡлана.

Эшләгән саҡта күңел йылыһы һәм изге теләктәр өҫтәргә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас