

Семинарҙы район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев асып, семинарҙа ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш теләне. Артабан район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Байсурин һүҙ алып, кәңәшмәнең көн тәртибе менән таныштырҙы.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгесе Динә Супанова малдарҙы яҡшы ҡышлатыу өсөн бесән әҙерләү планы буйынса мәғлүмәт бирҙе. Был яуаплы осорҙа техниканың әҙерлеге тураһында ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Фаил Бикбов һөйләне.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Әлфинә Исламдинова бесән әҙерләү ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлауҙың төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрттө. Ә мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы Владик Вәлиев сығышы районда малсылыҡ тармағының үҫешенә арналды.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Хәйбулла районы буйынса район-ара бүлектең етәксеһе Рәйсә Ишкилдина яңы ҡануниәт буйынса ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәрен һынау үткәреү үҙенсәлектәренә байҡау яһаны. Хәйбулла район ветеринар станцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәил Ярҡынбаев мал аҙығы сифатын баһалау буйынса ысулдар менән таныштырҙы.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 30-сы һанында уҡығыҙ