Яңылыҡтар
22 Июля , 05:08

Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар.

-

Фестиваль «Za единство – Za берҙәмлек» 4-6 августа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында уҙа.

 

♦Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:

 

✅14-35 йәштәге йәштәр «Йәшлек» форумына ҡатнаша аласаҡ, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала.

 

✅Фестивалдә шулай уҡ йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыласаҡ, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары ҡатнаша ала.

 

✅Фестиваль ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ.

 

✅Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.

 

❗Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3
һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас