Яңылыҡтар
22 Июля , 05:13

Ҡапыл теш һыҙлаһа, нисек баҫырға?

“Теш һыҙлау – иң ауыр, үҙәккә үткес күренештәрҙең береһе. Ҡайһы саҡта ул шул тиклем көтмәгәндә башлана. Шунда уҡ дауаханаға барыу мөмкинлеге лә булмауы бар.

Шулай итеп, бер үк күләмдә һуған һәм һарымһаҡ алабыҙ һәм шуны иҙеп (блендер, ҡырғыс һ.б. ярҙамында), саҡ ҡына тоҙ өҫтәйбеҙ. Ошо ҡатнашманы яҡшы итеп болғап, бутҡа хәлендәге иҙмә эшләйбеҙ. Ауыртҡан тешкә әлеге иҙмәне һылап, өҫтөнә стерилләнгән бинт киҫәге ябабыҙ. Беҙҙең осраҡта ҡыҙыбыҙҙың теше ауыртыуы 1-2 минут эсендә баҫылды.

Күреүегеҙсә, бер ҡатмарлылығы ла юҡ, һуған, һарымһаҡ һәм тоҙ һәр хужабикәнең аш-һыу бүлмәһендә һәр ваҡыт бар. Минең кәңәшем, бәлки, тағы кемгәлер ярҙам итер.

Автор:
Читайте нас