Яңылыҡтар
20 Июля , 10:24

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсациялау

МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсацияларға хоҡуғы бармы?

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсациялауТорлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсациялау
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсациялау

МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсацияларға хоҡуғы бармы? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә аңлаттылар.

 

Эйе, һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тәрбиәһендә ҡалыу раҫланғанда һәм хоҡуҡ тураһында белешмә булған осраҡта. Өҫтәүенә, МХО-ла ҡатнашыусы улар менән бер торлаҡта теркәлгәнме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан.

 

Ғаризаны Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша тапшырырға була.

 

Документтарҙан кәрәк буласаҡ:

 

1⃣ ғариза;
2⃣ һәләк булған (үлгән) МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһының паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа төр документы;
3⃣ ведомствоның ғаилә ағзаларының компенсация түләүҙәренә хоҡуғын раҫлаусы белешмәһе;
4⃣ һеҙ ысынлап та һәләк булыусының ғаилә ағзаһы булыуҙы раҫлаусы документ (никах ҡағыҙы, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.);
5⃣ торлаҡ йортта йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәт;
6⃣ тәрбиәлә булыу тураһында суд ҡарары;
7⃣ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙе раҫлаған квитанциялар, чек йәки күсермәләр.

 

Компенсация күләмен нисек иҫәпләргә?

 

Миҫал:
1⃣ Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙың дөйөм хаҡы алына. Мәҫәлән, 5000 һум.
2⃣ Фатирҙа нисә кеше теркәлеүе иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2 кеше теркәлгән икән ти, закон буйынса һәр кем ошо хаҡтың яртыһын түләргә тейеш, йәғни 2500 һум.
3⃣ Льгота тик МХО-ла һәләк булыусының ғаилә ағзаһына ғына тәғәйенләнгән. Компенсация уның өлөшөнән иҫәпләнә һәм 60% тәшкил итә. Йәғни, әгәр уның өлөшө 2500 һум тәшкил итһә, компенсация күләме 1500 һум була.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:
Читайте нас