Яңылыҡтар
20 Июля , 09:10

Башҡортостандың мәмерйә музейында «ШүлгәнFest» фестивале үткәрелә

-

Башҡортостандың мәмерйә музейында «ШүлгәнFest» фестивале үткәреләБашҡортостандың мәмерйә музейында «ШүлгәнFest» фестивале үткәрелә
Башҡортостандың мәмерйә музейында «ШүлгәнFest» фестивале үткәрелә

25 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында музей асылыу көнөнә ҡарата «Шүлгәнташ» фестивале ойошторола. Ҡунаҡтарҙы уҡтан атыу, милли көрәш буйынса турнир, һөнәрселек йәрминкәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә, унда һәр кем боронғо рәссамдар кеүек охранан буяу эшләй ала. Байрам республика артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, Нәжип Юлдашбаев, DJ Хан һәм «Дәрүишхан» төркөмө ҡатнашлығындағы концерт менән тамамлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Шүлгәнташ» музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә үҙ ишектәрен асты. Музей асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй, Беларусь, Башҡортостан, Монголия ғалимдары ҡатнашты.

«Беҙ был музейҙы оҙаҡ һәм күп тырышлыҡ һалып төҙөнөк. Ата-бабаларҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән һәр кем таныша алһын тигән теләк менән. Шүлгәнташ мәмерйәһе – кешелек цивилизацияһының барлыҡҡа килеү үҙәге ул. Уның менән «Аҡбуҙат», «Урал батыр» һәм башҡа боронғо риүәйәттәр бәйле. Ул – республикабыҙҙың ҙур йөрәге һәм күңеле», — тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-17/bash-ortostandy-m-mery-muzeyynda-sh-lg-nfest-festivale-tk-rel-4659302 
Автор:
Читайте нас