Яңылыҡтар
17 Июля , 09:05

Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты

Осрашыуҙа шулай уҡ яҡташыбыҙ, Михаил Чумаков исемендәге Иммунобиологик матдәләрҙе тикшереү һәм эшләү федераль фәнни үҙәге генераль директоры, академик Айҙар Ишмөхәмәтов ҡатнашты.

Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осраштыРадий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты
Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Радиология милли медицина тикшереүҙәр үҙәге генераль директоры, Рәсәй Онкологтар ассоциацияһы президенты, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе – онкологы, медицина фәндәре докторы, профессор, академик Андрей Каприн менән осрашты. “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй мәғлүмәт-мәғариф проектын республикала тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән, Михаил Чумаков исемендәге Иммунобиологик матдәләрҙе тикшереү һәм эшләү федераль фәнни үҙәге генераль директоры, академик Айҙар Ишмөхәмәтов ҡатнашты.

Радий Хәбиров республикала онкологик ярҙамдың үҫешенең мөһимлеген билдәләне һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, федераль фәнни үҙәктәргә рәхмәт белдерҙе.

Республикала барлығы 296 табип-онколог эшләй, уларҙың 179-һы – амбулатория шарттарында. Онкология хеҙмәтенең һөҙөмтәле үҫеше иртә стадияла шеште асыҡлау һәм яман шеш үҫеше хәүефен кәметеү мөмкинлеген бирә. Был иң тәү сиратта иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында республикала яман шеш сирҙәре, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 5,3 процентҡа кәмегән.

Белеүебеҙсә, “Онкопатруль” 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға һәм онкология үлемде сирҙе иртә стадияла асыҡлау юлы менән кәметеүгә, сәләмәт тормошто булдырыуға һәм республикала йәшәүселәҙең яман шештән һаҡ булыуына йүнәлтелгән.

Башҡортостан – был проектҡа ҡушылған төбәктәрҙең береһе. Ошо ваҡыт эсендә “Башҡортостан сода компанияһы”, “Салауатбыяла” һәм “ОДК-Өфө моторҙар етештереү берекмәһе” хеҙмәткәрҙәре диагностикалау үтте. Быйыл был башланғысты Ишембайҙа һәм Нефтекамала тормошҡа ашырҙылар.

18 июлдә Өфөлә Радиология милли медицина тикшереүҙәр үҙәге белгестәре ҡатнашлығында “Яман шеште ҡатнаш дауалау” фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.

Андрей Каприн Башҡортостанда федераль проектты тормошҡа ашырыу кимәлен юғары баһаланы.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас