

Быйылғы йәйге тәбиғәттең үҙ көйө -шаулатып ямғырын да яуҙырып үтә, ҡояшын да ҡыҙҙырта. Дымлы тупраҡта йәшелсә - емеш менән бергә ҡый үләндәре лә ярышып үҫеп сыға. Сабып, йолҡоп өлгөр генә. Йәнтеш ауылында йәшәүсе ир-уҙамандар һәм шулай уҡ ялға , отпускыға тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡандар бергәләп йыйылып, һөйләшеп, урамдарҙағы,автобус туҡталышы майҙанындағы, ике мәсеттең, урамдарҙағы хужалыҡ ҡулы теймәгәнерәк тыҡырыҡтарҙағы,юл ситтәрендәге күмәртәләп үҫкән ҡый үләндәрен сабып алдылар. Автобус туҡталышы ҡаршыһындағы баҡсаны, стелла тирәһен таҙалап, яңы тимерҙәр ҡуйып, бер нисә көн эсендә баҡсаны ҡоймалап та ҡуйҙылар. Ярҙамға сыҡҡан ир-егеттәрҙең бер-береһе менән дуҫ булып, ауылды йәмләндертеп таҙартып сығыуҙары, тәртипкә килтереүҙәре күптәргә өлгө. Ауылдың онлайн чатында Себер тарафтарында эшләп йөрөп, үҙе үк әүҙем ярҙам итеүселәрҙең береһе булып йөрөүсе Азамат Торомтаев: "Бергә булып, берҙәм булып ауылыбыҙҙы йәмләйек",-тиеп өмәгә ярҙамға килгән бар ҡатнашыусыларҙы, аҡсалата ярҙам итеүселәрҙе исемләп яҙып үтте. Шулай уҡ Йәнтеш ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә (ППМИ) өс зыярат кәртәләнгән һәм төҙөкләндерелгән. Ауыл халҡы һәм Йәнтеш ауылында тыуып,әлеге мәлдә ҡырҙа йәшәүселәр программаға ярашлы рәүештә уртаҡ өлөшкә кәрәкле сумманы индергәндәр. Зыярат кәртәләрен ҡуйғанда, иҫкеләрен һүткәндә дөйөм өмәләргә сығып, мәңгелеккә юллана торған урынды ҡоймалап, ошо изге бурысты атҡарғандар. " Ауыл йыйылышында ҡәберлектәрҙе рәтләргә тиеп хәл ителде. Әмир Усманов материалдар алып килде. Ауылдың имамы Ғәле Ултраҡов, шулай уҡ бар ойоштороусылар, ауыл халҡы ваҡыт табып һәр саҡ өмәгә ҡушылдылар . Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яугирҙарға арналған һәйкәлде яңыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ"-тиеп барыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ауыл совете етәксеһе Айнур Юнысов. Матди яҡтан да, шулай уҡ иртә яҙҙан техника менән ярҙамға әҙер тороусыларҙың, бар өмәселәрҙең әүҙемлеге, ауыл халҡының берҙәм булып тыуған ауылды йәмләндереүҙәре, төҙөкләндереүҙәре оло хөрмәткә лайыҡ.