Яңылыҡтар
7 Июля , 05:05

Республикала көслө ел-дауыл булды

Бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында тиҙәр шул... 

Кисә Октябрьскийҙа ямғыр, дауыл булған. Көслө ел ҡалалағы Степан Кувыкин исемендәге нефть колледжының лаборатория корпусы ҡыйығын емергән.

Бәхеткә күрә, һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Ҡыйыҡты тергеҙеү буйынса эштәр планлаштырылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:

- ел көсәйгәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ;

- ағастар, реклама таҡталары һәм аҙ нығытылған конструкциялар янында булмағыҙ;

- урамда иғтибарлы булығыҙ һәм мөмкин тиклем асыҡ һауала ҡалырға тырышмағыҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл булғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Автор:
Читайте нас