Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың йылға-күлдәрендә батып үлеүселәрҙең һаны арта бара. Быйыл һыуҙа һәләк булыусылар көн һайын тигәндәй теркәлә. Кисә Ҡариҙел районының Өрөш йылғаһынан 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһен водолазтар сығарған.
Ял итергә килгән ир һауа тултырылған мендәрҙә катерҙың артына тағыла һәм ҡапыл ауҙарылып, һыуға түңкәрелә.
Кисә шулай уҡ Өфөнөң Калинин районында ла 1993 йылғы ирҙең батып үлеүе асыҡлана.
Аяҙ, эҫе торған һуңғы өс көндә республика йылға-күлдәрендә алты кеше, шул иҫәптән бер бала батып үлгән. Һыу буйҙарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, балаларҙы күҙ уңынан бер минутҡа ысҡындырмағыҙ, эскән килеш һыуға төшмәгеҙ.