Яңылыҡтар
1 Июля , 09:30

2026 йылда Башҡортостанда тарифтарҙы индексациялауҙың ғәҙәти тәртибе үҙгәртелде

-

2026 йылда Башҡортостанда тарифтарҙы индексациялауҙың ғәҙәти тәртибе үҙгәртелде2026 йылда Башҡортостанда тарифтарҙы индексациялауҙың ғәҙәти тәртибе үҙгәртелде
2026 йылда Башҡортостанда тарифтарҙы индексациялауҙың ғәҙәти тәртибе үҙгәртелде

2026 йылда Башҡортостанда тарифтарҙы индексациялауҙың ғәҙәти тәртибе үҙгәртелде. Элек хаҡтар 1 июлдән күтәрелә ине.

 

Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, был йыл ике тариф осорона бүленгән. Беренсеһе 1 ғинуарҙан 30 сентябргә тиклем, икенсеһе 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә. Ике этаплы система иҡтисади хәлгә тиҙ яуап бирергә һәм халыҡҡа финанс йөкләмәне кәметергә булышлыҡ итә.

 

2026 йылдың ғинуарынан өҫтәмә хаҡҡа һалым ставкаһы артыуынә бәйле тарифтар 1,7 процентҡа артты. Үҙгәрештәр байтаҡ хеҙмәттәргә ҡағыла, шул иҫәптән коммуналь өлкәлә лә, сөнки һалым ҡулланыусы түләр хаҡҡа йоғонто яһай.

 

Икенсе этапта, октябрҙә, дөйөм түләү уртаса 10,7 процентҡа үҙгәрә – тайпылыш 2,1 процентҡа етеүе мөмкин. Үҫештең муниципалитеттар һәм хеҙмәт төрҙәренә ҡарап бер аҙ айырылыуы мөмкин.

 

2025 йыл менән сағыштырғанда, 2026 йылда тарифтар үҫеше түбәнерәк – былтыр ул +14,6% тәшкил иткән. Быға инфляция кисектереүгә йүнәлтелгән бер нисә дәүләт сараһы мөмкинлек бирҙе.

 

Төбәктә хәстәрләүгә мохтаж граждандарға төбәлгән ярҙам программаһы эшләй. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса субсидияларға ҡағылған мәғлүмәтте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cZaO3d

 

Ғәмәлдәге тарифтар – Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сайтында (vk.cc/cZaO5w) йәки түләү документтарында.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:
Читайте нас