Яңылыҡтар
29 Июня , 11:40

Фольклориада – юғары кимәлдә үтте

Бөгөн быға ҡатнашлығы булғандар бүләкләнде. 

Фольклориада – юғары кимәлдә үттеФольклориада – юғары кимәлдә үтте
Фольклориада – юғары кимәлдә үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының юғары кимәлдә ойошторолоуон билдәләне.

– Бөтә Рәсәй фольклориадаһы бик шәп үтте. Беҙгә меңдән ашыу иң һәләтле бала килде, был онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды, беҙ уларҙан шул тиклем күп энергия алдыҡ. Рф Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов ҡатнашты, ул сараны юғары баһаланы, – тине Радий Хәбиров. – Фольклориада кешеләрҙең тарихҡа һәм мәҙәниәткә ынтылышының ни тиклем ҙур булыуын, һәләтле балаларға ярҙам итергә кәрәклеген күрһәтте.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итеүенсә, сарала илдең 78 төбәгенән 10-18 йәшлек 1100 бала ҡатнашҡан. Фольклориада сағыу һәм төрлө программа менән айырылып торған. Төрлө көндәрҙә 1000-дән ашыу ҡатнашыусы өсөн ҙур бейеү флешмобы, дуҫлыҡ әйлән-бәйләне һәм милли кейемдәр парады үтә. Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың сығыштары бер үк ваҡытта ҡаланың дүрт паркындабара. Совет майҙанында концерт программаһы хедлайнерҙар ҡатнашлығында үтә. Фольклориаданың мөһим сараһы булып “Фольклор һәм балалар. Традициялар аша берҙәмлеккә” бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы тора. Ул ғалимдарҙы, педагогтарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен һәм йәмәғәт активистарын берләштерә.

Радий Хәбиров фольклориаданы ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – мәҙәниәт министрлығының бөтә командаһына, Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевҡа, ҡатнашыусыларҙың тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткән көс ведомстволарына рәхмәт белдерҙе. Һуңынан ул педагогтарҙы һәм ижади коллективтар етәкселәрен бүләкләне.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт ҡағыҙын тәрбиәләнеүселәре республиканы бөтә Рәсәй кимәлендә лайыҡлы күрһәткән остаздар алды. Улар – А. Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Рәми ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өҫтәмә белем биреү педагогы Вәсил Баймырҙин, Өфө районы Шамонин ауылының “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин, Баҡалы районының Н. Асанбаев исемендәге район мәҙәниәт һарайының “Уралым” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов.

Бүләкләү аҙағында йыйылыусылар алдында Ханнановтарҙың ғаилә музыкаль ансамбле сығыш яһай. Шулай уҡ фольклориадала ҡатнашыусы Азамат Ханнанов ҡумыҙҙа уйнап оҙон көй башҡарҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас