

Район үҙәгенең Мәҙәниәт һәм ял паркында Йәштәр көнөнә арналған Самауырлы ритайым үтте. Сараны “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Ритайымда йәштәр генә түгел, йәш ғаиләләр, балалар, оло йәштәгеләр ҙә бар ине.
Бындай сара беҙҙең районда тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан бик күңелле үтте. Ритайымға килеүселәр тәмле самауыр сәйе эсеп, ихлас саф башҡорт көйҙәренә бейеп, йырлап күңел астылар. Самауырлы ритайым халыҡ күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Был матур сара һуңғы булмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.