

Фәрҙиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында алты балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, Әбеш урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә.
–4-се кластан алып көн һайын, ҡойма ямғыр яуһынмы, сатлама һыуыҡтар булһынмы – Әбеш мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Элегерәк йылға аша күпер ҙә булманы, икенсе ярға кәмә менән сыға торғайныҡ. Яҙғыһын йылғала боҙ киткән осорҙа Әбештә туғандарҙа йәшәп уҡыныҡ, – тип һүҙ башланы Фәрҙиә Байбулатова. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Саҡмағошҡа ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерергә уҡырға бара, тик тыуған яғын, әсәһен һағыныуы көслөрәк булып сыға һәм ул уҡыуын
ташлап ҡайта.
–Минең ҡайтыуыма әсәйем ҡыуанды ғына, сөнки яңғыҙына хужалыҡты ла, эшен дә алып барыуы ауыр булды. Апай-ағайымдар был ваҡытта ситтә ине, ә атайым мин 10-сы класта уҡығанда мәрхүм булды, – ти ул.
Бер аҙҙан күрше Ейәнсура районы Ярғайыш ауылы егете Арыҫлан Аллабирҙе улы менән танышып, ғаилә ҡоралар. Йәштәргә икеһенә лә Ярғайышта эш табыла. Ғаилә башлығы колхозда водитель, Фәрҙиә Ишмөхәмәт ҡыҙы колхоз бәрәстәрен дә ҡарай, мәктәптә йыйыштырыусы ла булып эшләй. Оҙаҡ көттөрмәй тәүге ҡыҙҙары донъяға килә, тик ғүмере генә ҡыҫҡа була, 2 генә йәшендә машина аҫтында ҡалып, йәш ата-әсәне оло ҡайғыға һалып фажиғәле мәрхүм була.
Бер аҙҙан Байбулатовтар эш буйынса Ҡыуандыҡҡа күсәләр. Улдары Морат донъяға килә. «Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй», тиҙәр... Улына бер йәш тә тулып өлгөрмәй, тормош иптәше Арыҫлан янғын ваҡытында кешеләрҙе
ҡотҡарам тип, үҙе төтөнгә тонсоғоп вафат була. Фәрҙиә Ишмөхәмәт ҡыҙы сабыйын күтәреп әсәһе эргәһенә ҡайта. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктына санитарка булып эшкә урынлашып, 21 йыл эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыға.