

Халыҡ яҡшы шарттарҙа йәшәй һәм эшләй алһын өсөн үҫешкән юл инфраструктураһы булдырырға, яҡшы социаль һәм көнкүреш шарттары менән тәьмин итергә кәрәк. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы тап ошо маҡсатта булдырылған. Аҡъяр ауылының Аҡмулла урамында, Бүребай ауылы Төҙөүселәр һәм Шайморатов урамдарында тротуар һалыуҙы халыҡ оҙаҡ йылдар көтә ине. Ни тиһәң дә машиналар күп йөрөгән тар урамдар йәйәүлеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра ине.
2025 йылда тап ошо урамдарҙа тротуарҙар булдырыу проекттары «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары» Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим ителеп, хәйбуллалар тарафынан хупланып тауыш биреүҙә еңеү яуланы. Төҙөкләндереләсәк биләмәлә түбәндәге эштәр ҡаралған: тротуарҙар һалыу, юлдар аша йәйәүлеләр үткәүелдәре булдырыу, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырыу. Яңы тротуарҙар һалыуға контракт шәхси эшҡыуар Аксел Надарян менән төҙөлгән. Аҡъяр ауылы Аҡмулла урамында «Башинформсвязь» бинаһынан алып Аҡъяр–Сибай автомобиль юлы сатына тиклем төҙөләсәк тротуарҙың дөйөм оҙонлоғо 650 метр тәшкил итә. Әлеге ваҡытта тротуарҙың аҫҡы ҡатламына таш түшәлеп,
бордюрҙар һалынған, өҫкө ҡатламына асфальт түшәргә генә ҡала. Төҙөүселәр вәғәҙәләүенсә, урамды төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәр төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы башҡарыла.