Яңылыҡтар
16 Июнь , 04:24

Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй...

Танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны ҡулланып ҡара.

Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй... Былар һиңә танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара. Иртән яңынан тыуғандай булырһың.

Бының өсөн 50 мл кaмфара спиртын, 50 г гәрсис порошогын, 5 йомортҡаның ағын ал.

Башта камфара спиртына 50 г гәрсис һалып болғатып ал. Унан йомортҡа ағын ҡушып, ныҡлап сайҡат.

Килеп сыҡҡан ҡатнашма май кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. Уның менән көнөнә бер тапҡыр, йоҡларға ятыр алдынан ныҡлап һеңеп бөткәнсе ыу. Шунан дымлы сепрәк менән һөртөп ал. Тән тиреһе ҡыҙарып, бер аҙ әсетеп тороуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас