

13 июндә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә шатлыҡлы ваҡиға теркәлде: 220-се акт аҫтында Наил Фазылйән улы һәм Альбина Мораҙым ҡыҙы Ишемовтар ғаиләһендә 7 июндә тыуған ҡыҙҙарына Камила исеме бирелде.
Камила — татыу ғаиләлә үҫеп килеүсе Булат (9 йәш) һәм Самат (7 йәш), Аслан (3 йәш) ағаһына һәм Самира (5 йәш) апаһына иш булып донъяға ауаз һалған.
Сабыйҙың тыуыу тураһында актты теркәү «Бала тыуыуы» суперсервисы сиктәрендә цифрлаштырылған форматта уңышлы тормошҡа ашырылған.
Ҙур ғаиләне сабыйҙары тыуыу уңайынан ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгөл Бухарбаева ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ишемовтар ғаиләһен был оло шатлығы — Камиланың донъяға килеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Камилаға атай-әсәйенең, ағай-апайыының йылы ҡосағында үҫергә яҙһын. Татыу һәм ишле ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәрәкәт һәм аҡ бәхет теләйбеҙ! Балаларығыҙ һеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен, һәр ваҡыт терәк-таянысығыҙ һәм ғорурлығығыҙ булһын!
Сығанаҡ: «Атайсал» төбәк гәзите