

"Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите" конкурсы 2014 йылдан алып уҙғарыла һәм уның төп маҡсаты – Рәсәй матбуғатының ижтимағи әһәмиәтле контент булдырыу һәм таратыу буйынса тәжрибәһе тураһында мәғлүмәтте туплау һәм таратыу.
Конкурстың эксперт советы гәзиттәрҙең дизайнын һәм контентын, веб-сайттарҙы, проект эшмәкәрлеген һәм социаль селтәрҙәрҙәге эшен анализланы.
2025 йылдан конкурста биләмәләрҙең мәғлүмәт киңлеген үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм урындағы баҫмалар менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырған ҡала һәм муниципаль район башлыҡтары өсөн махсус номинация индерелде.
"Иң яҡшы ҡала/район башлығы" махсус номинацияһында еңеүселәр иҫәбенә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина һәм Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Азамат улы Йосопов инде.
"МХО-ға арналған иң яҡшы проекттар һәм очерктар" номинацияһында "Аскинская новь" гәзитенең – "Яугирҙәр ере", "Бакалинские зори" гәзитенең – "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ", "Стерлитамакский рабочий" гәзитенең "Йөрәк саҡырыуы буйынса" проекттары;
"Иң яҡшы йәмәғәт проекттары" номинацияһында – Стәрлетамаҡ районынан "Сельские нивы" гәзитенең район хакимиәте менән берлектәге "Йыл танылыуы" акцияһы;
"Сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм ауырыуҙарҙы еңеп сығыуға арналған иң яҡшы проекттар һәм очерктар" номинацияһында – Ишембай ҡалаһынан "Восход" гәзитенең "Спорт Ишембайы" проекты;
"Биләмәләрҙе үҫтереүгә арналған иң яҡшы проекттар" номинацияһында – Өфө ҡалаһынан "Деловой мир Башкортостана" гзитенең агросәнәғәт комплексы тормошона һәм үҫешенә арналған проекты;
"Яҡташтар тураһында иң яҡшы проекттар" номинацияһында – Дәүләкән ҡалаһынан "Асылыкуль" гәзитенең "Йәштәргә юл" проекты;
"Иң яҡшы нәшриәт проекттары" номинацияһында – Мәләүез ҡалаһының «Путь Октября» гәзитенең "Завод тарихы – уларҙың яҙмышы" китабы;
"Иң яҡшы онлайн баҫма эше" номинацияһында "Благоварские вести" һәм "Зианчуринские зори" гәзиттәре төркөмдәре еңеүсе тип табылды.
"Бөтә Рәсәй" медиафорумында ҡатнашыусы дипломанттарҙы бүләкләү йола буйынса Сочиҙағы фестивалдә үткәрелә.
Резеда Шәңгәрәева фотоһы.