Яңылыҡтар
8 Июня , 09:24

Район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды

Икенсе ярты йыллыҡҡа «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә яҙылған Федоровка ауылынан Әминә Түләбаева бүләк отто

Район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булдыРайон гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды
Район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды

Әминә Түләбаева, Федоровка ауылы:

-20 йыл Аҡъяр дауаханаһында хужалыҡ эштәре буйынса шәфҡәт туташы, һуңынан коммуналь хужалығы предприяриеһында штукатур-маляр булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Әлеге ваҡытта ейән-ейәнсәрҙәр, балалрымдың уңыштарына ҡыуанып йәшәйем. Гәзит, журналдарҙан элек-электән айырылманым, һәр ваҡыт алдырып торҙоҡ. Әммә һуңғы бер нисә йыл баҫмаларҙан өҙөлөп торҙом. Ошо 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына бикәсем Фәймә тыуған көнөңә бүләк, тип миңә «Хәйбулла хәбәрҙәре»нә квитанция бүләк иткәйне. Ә бөгөн отош уйынында приз оттом, шулай мин икеләтә бүләк алдым. Рәхмәт, ҡыуандырҙығыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар теләйем барығыҙға ла.  

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2026 йылдың икенсе яртыһына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә яҙылыу дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта район баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға була.

         8 июндән 19 июнгә тиклем 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә редакция аша ла льготалы яҙылыу буйынса акция иғлан ителә.

►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн 6 айға – 804 һум;

►өйгә илтеп ҡуйыу (Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Федоровка ауылдары) 6 айға – 924 һум.

  Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә, йәки фотоға төшөрөп «Бәйләнештә» социаль селтәре аша ебәрергә кәрәк. Бынан тыш «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас