Яңылыҡтар
6 Июня , 10:52

Нургизәгә етеүселәр юҡ

Байрамдың күңел асыу өлөшө,элекке замандан ҡалған йолалар әлелә үҙгәрмәй. Мәҫәлән, ат сабыштары, көрәш, бағанаға үрмәләү, бер яғы ергә беркетелгән сайҡалып торған бағананан үтеү мотлаҡ рәүештә һабантуй программаһына инә.

Нургизәгә етеүселәр юҡНургизәгә етеүселәр юҡ
Нургизәгә етеүселәр юҡ

Бына һабантуйҙың күптәр көтөп алған иң ҡыҙыу өлөшө етте. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ ат ярыштарын ҡарарға килә. Кемдер ярышсыларға һоҡланһа, ҡыйыуҙар, ат сабышында тәжрибәле булғандар үҙҙәрен һынай.  Елдәй елгән аттарҙа һыбайлыларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине! Һомғол аттар, ҡыйыу ир-егеттәр,һәм сая ҡыҙҙар еңеү өсөн көсөргәнешле көрәш – барыһы ла матур тамаша бүләк итте.

         Бәйгелә районыбыҙҙың ауыл биләмәләренән, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан биш тиҫтәгә яҡын юртаҡ ҡатнашты. Улар бөтәһе алты этапта ярыштылар.  

Һәр этапта ла, аттарға старт бирелеү менән улар уҡтай алға ынтылды.  Иң беренселәрҙән булып старт һыҙығына 3 һәм унан ҙурырыҡ йәштәге Башҡорт  тоҡомло аттары сыҡты. Был сабышта 1-се урынға Баймаҡ районынан Нурислам Сәйфуллин лайыҡ булды. Артабан стартҡа Юртаҡтар сыҡты  һәм иң тәүге булып финишҡа Сепной ауылынан Виталий Рогалев инде. 2 йәшлек аттар сабышында Әбйәлил районынан Ришат Акмурзин, Хәйбулла районы хужалыҡтары аттары ярышында Нургизә Күсәрбаева, «Бәйге» төрлө тоҡомло йылҡылар ярышында – Баймаҡ районынан Илсур Сынғыҙов, Ылаҡ уйынында ҡатнашҡан аттар ярышында – Нур Күсәрбаев беренсе урын яуланылар.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас