Яңылыҡтар
4 Июня , 05:33

Районкаға яҙылып – бүләкле булды!

«Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитен алдырыусылар араһында үткәрелгән отош уйынының еңеүселәре иҫәбенә Ғәлиәхмәт ауылынан Рамаҙан Ҡужин инде.

Районкаға яҙылып – бүләкле булды!Районкаға яҙылып – бүләкле булды!
Районкаға яҙылып – бүләкле булды!

–Салауат исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар мал табибы булып эшләп, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдамын. Ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтәм. Хәҙер миңә 81 йәш, күп йылдар гәзит-журналдар алдырып уҡып барам. «Хәйбулла хәбәрҙәре» редакцияһы ойошторған отош уйынында бүләк отоуыма шатмын, барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйем, – ти даланлы уҙаман.
Әйткәндәй әлеге ваҡытта район баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға була.
2026 йылдың 1 июненән 11 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үтә. Был ваҡытта почта аша район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа кәмей. Ошо ун көндә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

8 июндән 19 июнгә тиклем 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә редакция аша ла льготалы яҙылыу буйынса акция иғлан ителә.
►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн 6 айға – 804 һум;
►өйгә илтеп ҡуйыу (Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Федоровка ауылдары) 6 айға – 924 һум.
Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә кәрәк. Бынан тыш «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас