

Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла ошо байрам сиктәрендә ҙур программа әҙерләне. Шул иҫәптән, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китаптарын һатыу, «Китапханаға китап бүләк ит» хәйриә акцияһы, «Хәйбулланың батыр улдары» китабының презентацияһы, «Тыуған яҡтың шиғри тауыштары» тип исемләнгән ижади кисәлә Хәйбулла районының үҙенсәлекле авторҙары менән осрашыу, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе, интеллектуаль уйындар һәм башҡа саралар ойошторолдо. Сара барышында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Кәримова Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән ҡотлап, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Зилиә Иҫәкәева һәм Сирина Исламованы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Подольск ауылы китапханасыһы Светлана Сөләймәнова һәм Һамар ауылы китапханасыһы Любовь Гордееваға Башҡортостан китапханалар ассоциацияһының Рәхмәт хаты, район балалар моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлнур Торомтаева һәм Йәнтеш ауылы китапханасыһы Гөлназ Ҡужинаға район мәҙәниәт бүлегенең Почет грамотаһы тапшырылды.
Китап йәрминкәһенең төп ваҡиғаларының береһе – «Хәйбулланың батыр улдары» публицистик йыйынтыҡтың презентацияһы булды. Район хакимиәте ярҙамында «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәре редакциялары әҙерләгән йыйынтыҡ махсус хәрбиоперацияла ҡатнашыусылар тураһында мәҡәләләрҙән тора