Июнь башында Башҡортостанда һалҡын була. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +23 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Төндә 0-дән +10 градусҡаса булыуы көтөлә. Ҡасан эҫетәсәк?
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 1 июндән 8-нә тиклем көндөҙгө һауа температураһы +15-тән +23 градусҡа тиклем тирбәләсәк. 10 июндә көндөҙ +25 градусҡаса йылыта. Әммә артабанғы көндәрҙә температура йәнә түбәнәйә — +21 градусҡа тиклем.
Синоптиктар фаразлауынса, эҫе көндәр республикаға июндең икенсе яртыһында әйләнеп ҡайтасаҡ. 16 июндә термометр бағанаһы +30 градус билдәһендә була. Июль уртаһына тиклем эҫе һауа торошо көтөлә. Ҡайһы бер көндәрҙә термометр +33 градус күрһәтәсәк.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-06-02/asan-e-e-k-nd-r-yl-nep-aytyr-4706946