Яңылыҡтар
29 Мая , 04:08

Ҡасан ямғырҙар туҡтап, йәйге эҫе кире ҡайтыр?

Әле генә түгел... Ә ямғырҙар...    

Башҡортостанда һыуытты һәм ямғырҙар башланды. Ҡасан төбәккә йылы ҡайта?

Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә ҡоро, эҫе һауа торошо булмаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +20 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ямғыр яуасаҡ.

Гисметео порталы оҙайлыраҡ фараз бирә. Сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, май аҙағы һәм июнь башы һалҡын һәм ямғырлы буласаҡ. Яуым-төшөм көн һайын фаразлана. Һауа температураһы 29 майҙан 4 июнгә тиклем көндөҙ +16, +23 градус тәшкил итәсәк. Иң һалҡын көндәр 30 майҙа һәм 2 июндә буласаҡ — көндөҙ +16, төндә +8 градусҡаса.

Һауа температураһы 5 июндән күтәрелә башлай. Был көндө +26 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Июндең тәүге декадаһы аҙағында һауа көндөҙ +27 градусҡаса йылына. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар туҡтамаясаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас