Яңылыҡтар
29 Мая , 09:17

Абхазия: сәйәхәтһеҙ ғүмерең үтмәһен зая!

Сит ил һаналһа ла, сик буйы контролен үҙебеҙҙең паспорт менән үттек. Барғас та ҡунаҡханала бер тапҡыр дәүләт пошлинаһы – 200 һум түләнек. Элекке СССР-ға ингән дәүләт булараҡ, русса беләләр. “Үҙ-ара хатта русса ғына һөйләшеүгә күсеп барабыҙ, сөнки берәү абхазса белмәһә, уның алдында тик үҙ телеңдә һөйләшеү уға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһе кеүек”, – ти абхаздар үҙҙәре. Гөлназ Ҡотоеваның Абхазияға сәйәхәте хаҡында яҙмаһы баҫыла башланы. Дауамын сайтта уҡығыҙ

Абхазия: сәйәхәтһеҙ ғүмерең үтмәһен зая!Абхазия: сәйәхәтһеҙ ғүмерең үтмәһен зая!
Абхазия: сәйәхәтһеҙ ғүмерең үтмәһен зая!

Тарихи беренсе Өфө – Сухум рейсы

 

Беҙ, бер төркөм журналистар, Өфө – Сухум авиарейсының тәүге пассажирҙары рәтендә Абхазияға юлландыҡ. Беҙҙе аэропорттың коммерция буйынса директоры Динис Никитин тәбрикләне. Уның әйтеүе буйынса, Өфөнән рейстар "Руслайн" компанияһы тарафынан аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Самолет 50 урынлыҡ, кесе йома һайын 9 сәғәт 20 минутта оса.

 

Ҡояшлы Абхазия

Сухумға билет һатып алған иң беренсе пассажирҙы асыҡлап, уны бүләкләү ҙә тантанаға байрам төҫөн бирҙе. Ул – күсемһеҙ милек буйынса менеджер Альберт Насипов булып сыҡты. Ғаиләһе – ҡатыны Гөлназ, ҡыҙы Даяна менән улар ял итергә ниәтләнгән. "Өфөнән тура рейс асылыуын белгәс, тәүәккәлләнек, Рәсәйҙән дә әллә ни алыҫ түгел Сухум", – тине ул, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса асылған һауа бәйләнеше йәй көндәрендә Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә теләүселәр өсөн бик уңайлы буласаҡ.

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында мөһим ваҡиға — Сухумға тәүге тура рейстың исем туйы үтте. Рейс алты сәғәткә тотҡарланыуға ҡарамаҫтан,  пассажирҙар был хәлде аңлап ҡабул итте: барыһына ла һыу өләштеләр, ашарға бирҙеләр. “Руслайн” самолеты артыҡ ҙур түгел: йәнәш икешәр кеше ултыра. Әммә осош шул тиклем еңел һәм тиҙ үтте. Өс сәғәт эсендә беҙ яңы ғына төҙөлгән Сухум һауа яланында инек. Авиация йолаһына ярашлы, самолетыбыҙҙы һыу аркаһы ҡаршы алды — уңышлы старт һәм яңы маршрутҡа изге теләктәр символы ла икән ул ошо традиция.

Был маршрут республикабыҙ менән Абхазия араһында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты үҫтереү өсөн яңы офоҡтар асасаҡ, тип күҙаллана. Пассажирҙарҙы һәм экипаж ағзаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Дмитриевна Болычева ҡотланы. Ул маршруттың төбәктең киләсәге өсөн мөһимлеген билдәләне. Аэропортта Башҡортостан пассажирҙарын Абхазияның вице-премьеры Джансух Нанба менән иҡтисад министры Теймураз Миквабия ҡаршы алды. Абхаздар яңы рейста осоусыларға ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте: һый тулы өҫтәл, дәүләт ансамбле сығышы кәйефебеҙҙе күтәрҙе. Улар, Өфө – Сухум  киләсәктә иң популяр рейстарҙың береһе булыр, тигән ышаныс менән Башҡортостан етәкселегенә, республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура авиабәйләнеш өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хеҙмәттәшем Гөлнур Ҡыуатова менән һайлаған өс йондоҙло “Грейс Бриз” ҡунаҡханаһы аэропорттан йыраҡ түгел урынлашҡан. Сағыштырмаса яңыраҡ төҙөлгән, әле диңгеҙ йылынып өлгөрмәгән тигәстәре, йылытылған бассейны булыуы ҡыҙыҡтырҙы. Шунан иртәнге ашҡа ла төшөргә була. Уныһы инде – швед өҫтәле: йәнең теләгәнде һайлап алырға мөмкин. Бүлмәбеҙ таҙа, кәрәкле бар әйберҙәр ҙә бар: икешәр таҫтамал, фен, шампунь, һабын кеүек кәрәк-ярағына хәтлем хәстәрләнгән. Сәйнүк, сәй, ҡәһүә, шәкәр, һыуытҡыс – барыһы ла урынында. Вай-фай яҡшы эшләй. Һыуҙары тәмле, крандан ҡайнатып эсергә була. Әммә һәр ваҡыт минераль һыу ҙа ҡуялар ине. Икебеҙ бер бүлмәгә урынлашҡас, ҡыйбат булманы – тәүлегенә 1300 һум. Беҙгә тур һайлаған Әлфинур Зәкир ҡыҙы Ғиззәтуллинаға рәхмәтлебеҙ. Сит ил һаналһа ла, сик буйы контролен үҙебеҙҙең паспорт менән үттек. Барғас та ҡунаҡханала бер тапҡыр дәүләт пошлинаһы – 200 һум түләнек. Элекке СССР-ға ингән дәүләт булараҡ, русса беләләр. “Үҙ-ара хатта русса ғына һөйләшеүгә күсеп барабыҙ, сөнки берәү абхазса белмәһә, уның алдында тик үҙ телеңдә һөйләшеү уға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһе кеүек”, – ти абхаздар үҙҙәре.

Кешене ризыҡ йөрөтә

 Дурипш ауылына "Абхаз табыны"на алып барҙылар. Руслан Кокоскирҙың сығышын тулыһынса тиерлек яҙҙырып алдым. Нисек ергә сат йәбешеп йәшәүҙәрен, ер уларҙы туйындырыуы, быуындар күсәгилешлеге хаҡында йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙҙәрҙе тыныс ҡына тыңлап булмай. Тыуған ер һәм  уның киләсәге  абхаздарҙы борсой, ғаилә сәйәсәте лә шуға ла алдан алып барыла.

– Балалар араһында кемдең ер кешеһе икәнлеге, кемдең төп йортта ҡалыры күренеп тора бит ул. Үҫкәндә тап уға баҫым яһала, өйрәтелә. Ә инде балаларыңдың береһе  сит ил йә ҡитға һылыуына ғашиҡ була икән, ҡаршы торолмай. Әммә, ул вафат була ҡалһа, сит тупраҡҡа тапшырылмай, ете диңгеҙ аръяғынан булһа ла, уны барып алып, ихатала ерләү хәстәрлеге күрелә, сөнки абхаз үлгәс тә үҙ ерен, йортон һаҡлап ята, – ти Руслан. Ысынында, ата-әсәләренең, туғандарының ҡәберлеге үҙ ихаталарының эсендә. Русландың гаджеттарығыҙҙы ситкә ҡуйып, ергә орлоҡ сәсергә ашығығыҙ, тигәне лә ҡайһылай көнүҙәк.

Абхаз табынында милли ризыҡтарынан ауыҙ иттек. Алдан улар нисек әҙерләнеүен дә күрһәтте Руслан. Кукуруз ононан яһалған мамалыга ҙур ҡаҙанда бешерелә һәм, бик күп ҡунаҡты ашатырға кәрәккәндә, көрәк кеүек ҙур ҡалаҡ менән болғап торола. Ул табынға аджика, төрлө тәмләткестәрҙән яһалған фасоль соусы ҡушып бирелә, шешлек, ачапа (быҡтырылған йәшелсә һәм сәтләүектән ҡабымлыҡ), сулугуни тигән сырҙары телде йоторлоҡ. Өҫтәлдәр чача менән шараптан һығылып тора. – Бөтә тип борсолмағыҙ, беҙҙең һый бер ҡасан да кәмемәй, өҫтәлдәр бушамай, – тигәненә лә инандыҡ. 300-ҙән ашыу кешене бер юлы һыйлау бер ни түгел уларға. Барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты табындан. Ҡыҙыҡ өсөн хаҡы менән ҡыҙыҡһынам – 3 мең һум түләнек абхаз тәғәмдәренән ауыҙ итер өсөн, ти табындаштарым.

Абхаздарҙа виноград ишелеп уңа. “Уны беҙ ике аҙналап йыябыҙ. Ҡайҙа ғына үрмәләмәй улар! Шуға емеш йыйыу – иң мәшәҡәтле эш”, – тигәйне беҙҙең гид Алхаз Заур улы. Иң тәмле шарапты ла улар яһай: киндзмроули, хванчкара тигәндәре киң билдәле. Тәүгеһе – Сталиндың яратҡан шарабы, тип тә ебәрәләр. Шараптың ғына нисек әҙерләнеүенә, виноградтың сортына ҡарап, әллә нисә төрөлөһө бар. Һәр береһен тәмләү мөмкин дә түгел.

Абхаз табынында тостар әйтеүгә ҙур әһәмиәт бирелә: тәүгеһе – Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт, миһырбанлыҡ һәм ярлыҡау һорау менән башланһа, артабан дуҫлыҡ, тыныслыҡ абхаз халҡы, балалар өсөн әйтелә лә йыйылыу сәбәбенә күселә. Иң мөһиме – йөҙөнсө тост мотлаҡ мөхәббәт хаҡында булырға тейеш. Абхаз-грузин һуғышында баш һалған 130 Рәсәй һалдаты ла хәтергә алынды абхаз табынында.

Табын абхаз һәм рус телендәге йырҙар, милли бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Хатуна Тарба тигән билдәле йырсыларын тыңлау һәм үҙен күреү бәхетенә өлгәштек. Абхаз теле бик ҡатмарлы: Сухум тигәндә генә әллә нисә төрлө “а” өнө бар: Аҡәа. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйткәндә һыҙғырғанға оҡшағаныраҡ тауыштар сығарыла. Әммә “мышазбзия” (хәйерле көн), “хлобзия” (хәйерле кис), “итабу” (рәхмәт), “сара бара бзиа бызбоит”  –  мин һине яратам, “апара сыт” – аҡса бир тигәндәрҙе ятлап алдыҡ. Һуңғыһы шунан килеп сыҡты, абхаз ғаиләһендә ҡатын-ҡыҙҙың һүҙе һәр ваҡыт өҫкә сыға икән. Ир кеше уны һанлай һәм тыңлай. Шуға ла уның иренән аҡса һорауы, үҙен һәм балаларын тәьмин итеү талабын ҡуйыуы тәбиғи һанала. Абхаздарҙың туйында 2 меңләп кеше ҡатнаша. Ҡыҙҙың атаһы туйға бармай, уны аҙаҡ саҡырып “ризалаталар”, йолаһы шулай. Элекке ваҡыттарҙа әсәһен дә саҡырмағандар, әле туйҙа ҡатнашырға рөхсәт итә башлағандар. Туйҙа махсус дәфтәргә ҡунаҡтарҙың күпме аҡса биргәнен теркәй баралар. Ә инде аҙаҡ шул кешегә ул бурыслы булып ҡала. Процентһыҙ кредит, тип көлөштөк, был хаҡта белгәс. Кәләш менән кейәү ҡунаҡтарҙы аяғүрә баҫып тыңларға тейеш. Өҫтәл янына уларға ултырырға рөхсәт ителмәй.

Абхаздарҙың Яңы йылға бәйле йолалары ла ҡыҙыҡлы. Йыл башын байрам итеү 13–15 ғинуарға тура килә. Ошо көндәрҙә улар мәрхүмдәр рухына бағышлап кәзә һуя. Шулай уҡ һәр ир-ат башына бер әтәс салырға тейештәр. Шуға ла был ваҡытта бер баш ҡош хаҡы 5 мең һумға етә икән! Яңы йыл алдынан Абхазияға әтәс алып килеп һатып байырға ла була , тип көлөштөк юлдаштарым менән. Һәр ишек алдында һый тулы өҫтәл ҡуйыла. Күршеләре өй беренсә йөрөп һыйлана ала, тотош урам байрамына әйләнә имеш.

 

Гөлназ ҠОТОВА.

(Дауамы бар).

Автор:Гөлназ Ҡотоева

Автор:
Читайте нас