

Сик буйы ғәскәрҙәре элита ғәскәрҙәре булып иҫәпләнә. Рәсәй дәүләт сиге – уларҙың иғтибарлы һиҙгер күҙәтеүе аҫтында. 28 майҙа район үҙәге урамдары буйлап Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр йәшел погонлы
формаларын, йәшел фуражкаларын кейеп, байраҡ күтәреп тигеҙ сафтарҙа үтәсәк.
Элек-электән илебеҙ һалдаттары Ватанға һөйөүе һәм биргән антына тоғролоғо менән айырылып торған. Улар илебеҙҙе яу менән килгән дошмандарҙан һаҡлап, күптәре ғүмерҙәре менән түләгән. Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң мобиль төркөмдәренең береһе. Йөҙҙәрсә мең саҡырымға һуҙылған сик именлеген тәьмин итеү тап уларҙың бурысы. Был исемлектә ҡоро ер генә түгел, шулай уҡ диңгеҙ һәм һауа сиктәре лә бар. Аҡъяр ауылынан Вәзих Мәмбәтов хәрби хеҙмәтен Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында үтә һәм II статья старшинаһы дәрәжәһендә Ватан алдында бурысын үтәп ҡайта. Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарында хеҙмәт итеү – һыу объекттарында: диңгеҙ, йылға, күлдәрҙә дәүләт сиген һаҡлау менән бәйле. Бындай частар илдең һыу буйындағы сиктәрен һаҡлау, сик режимын үтәүҙе контролдә тотоу, браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәш һәм башҡа операциялар буйынса бурыстарҙы үтәй. Вәзих Фәтхулла улы Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. 2-сеАҡъяр мәктәбендә 11-се класты тамамлағандан һуң, уға әрмегә саҡырыу повесткаһын ала. 1992 йылда биленә һалдат ҡайышы быуған егет Краснодар крайының Анапа ҡалаһында Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарында уҡыу курстары үтә. Уҡыу-күнекмәләр тамамланғас, уны Алыҫ Көнсығышҡа — Ҡытай менән сиктәге Уссури йылғаһы буйына ебәрәләр.