Яңылыҡтар
26 Мая , 08:37

Бала ҡарау буйынса отпускты нисек өләсәйгә рәсмиләштерергә?

-

Бала ҡарау буйынса отпускты нисек өләсәйгә рәсмиләштерергә?Бала ҡарау буйынса отпускты нисек өләсәйгә рәсмиләштерергә?
Бала ҡарау буйынса отпускты нисек өләсәйгә рәсмиләштерергә?

Бала ҡарау буйынса отпуск әсәйгә генә тейеш түгел. Закон уны баланы ҡараған атай, олатай, өләсәй, башҡа туғандарға йәки опекундарға алырға ла рөхсәт итә. Ғаиләлә бер юлы ике бала тыуһа, отпускты бер үк ваҡытта ике ғаилә ағзаһы рәсмиләштерә ала. Мәҫәлән, әсәй һәм өләсәй.

 

Быны нисек эшләргә – Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

 

Өләсәй кеше рәсми рәүештә эшләй һәм сабый ҡарарға ҡарар итә икән, уға эш биреүсеһенә:

 

- бала (игеҙәктәр тураһында һүҙ барһа - балалар) тыуыу тураһында таныҡлыҡ);
- ейәне йәки ейәнсәре менән туғанлығын раҫлаусы документ. Мәҫәлән, улының йәки ҡыҙының тыуыу тураһында таныҡлығы;
- бала ҡарау буйынса отпускыға ғариза;
- түләү тәғәйенләү тураһында ғариза бирергә кәрәк.

 

Эшләгән өләсәйгә шулай уҡ айлыҡ түләүҙәр – йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие ҡаралған. Күләме – үткән ике календарь йылында иҫәпләнгән уртаса эш хаҡының 40 проценты. Ике бала осрағында түләү күләме ҡушыла.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:
Читайте нас